Сибай модель үҫмерҙәр китапханаһында  билдәле яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов менән үҙенсәлекле осрашыу үтте. Тәрән мәғәнәле, асыҡ һәм ихлас әңгәмә һәр кемдең күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.

 Тел һаҡлау — ғаиләнән башлана
Хәйҙәр Ниғәмәт улы тел мәсьәләһенә ентекле туҡталды. «Тел ғаиләнән, бала саҡтан, ата-әсә тәрбиәһенән башлана», — тине ул.
 «Шыршы» хикәйәһе
Студенттар менән яҙыусының билдәле «Шыршы» хикәйәһе тураһында йәнле фекер алышыу булды. Әҫәр аша ауылдарҙағы асыҡ дөрөҫлөк — эскелек проблемаһы, кеше яҙмыштары күтәрелде. Автор хикәйәнең нимә икәнлеген аңлатып ҡына ҡалманы, ә яҙыусылыҡ һөнәренә талапсанлыҡ тураһында ла һөйләне. «Һәр кем яҙыусы була алмай, яңы башлап яҙыусылар өсөн хатта имтихан кәрәк», — тигән фекере ижадҡа яуаплылыҡты арттырыу кәрәклеген күрһәтте.
 Аҡсамы, әллә тәртипме?
Бөгөнгө заман ваҡиғалары, власть һәм кеше мөнәсәбәттәре тураһында һөйләшкәндә, Хәйҙәр Ниғәмәт улы үҙенең принципиаль ҡарашын белдерҙе:
• Аҡсаны өҫтөн ҡуйырға ярамай, тәртип һәм намыҫ ҡиммәтерәк.
• Беҙ элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәйбеҙ, ләкин матди байлыҡ рухилыҡты алмаштыра алмай. Был — тормош парадоксы.
 Йомғаҡлау
Осрашыуҙың иң мөһим һығымтаһы булып яҙыусының ошо һүҙҙәре яңғыраны: «Китап тотҡан кеше һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа сыға». Китап уҡыған кеше үҙе лә яҡтылыҡ сәсә, үҙенең нәҫелен, тамырҙарын һаҡлай.

Валеева Василя, 5 курс