Сибай институтының педагогика факультеты студенты Дәүләткилдина Камила Йәҙгәр ҡыҙы юғары һәм урта профессиональ берем биреү мәғриф ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән "ӘСӘ ТЕЛЕ- 2026" Республика конкурсында II урын яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының ДИПЛОМЫ менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты доценты , филология фәндәре кандидаты Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙына юғары һәм урта профессиональ берем биреү мәғариф ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән "ӘСӘ ТЕЛЕ- 2026" Республика конкурсы еңеүсеһен әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.Ҡотлайбыҙ!