Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Милли кейем көнөн билдәләй. Байрам халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға һәм уны киләһе быуынға тапшырыуға арналған. Был матур көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы менән булдырылды.
Сибай институтының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты студенттары Гөлшат Илдар ҡыҙы Яҡшымбәтова етәкселегендә сағыу милли кейемдәр кейеп, акцияға ихлас ҡушылды. Был факультетта төрлө милләт вәкилдәре уҡый. "Республикала йәшәгән халыҡтарҙың кейемдәренең матурлығын һәм үҙенсәлеген күрһәтеү мөмкинлеге булғаны өсөн сикһеҙ ғорурланабыҙ",- ти улар. Байрам менән, ҡәҙерле студенттарыбыҙ!
#СибайскийИнститут #УУНиТ#Башкортостан #ДеньНациональногоКостюма#ИнститутПрисоединяется #Культура #ХабировРФ #НациональныйКостюм #МногонациональностьРБ