Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Уның эшендә Сибай институты директоры, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының тел, мәғариф, мәҙәниәт буйынса бүлек етәксеһе, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Илдар Сәлихйән улы Хәмитов ҡатнашты.

Илдар Сәлихйән улы Урал аръяғының фән, мәҙәниәт, белем усағы булған Сибай институтының 35 йыллығына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһаны, ағымдағы йылдағы ҡабул итеү комиссияһы, ҡабул итеү имтихандары, бюджет урындары, йәшәү шарттары, ташламалар менән файҙаланыу тураһындағы бик күп мәғлүмәт менән таныштырҙы. Әйтергә кәрәк, Сибай институты Урал аръяғы райондарын юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Өс тиҫтәнән ашыу йылдар эсендә уҡыу йорто утыҙ меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарҙы. Был эш әле лә эҙмә-эҙлекле дауам итә. Институтҡа иң күп уҡыусылар Баймаҡ районынан килә, шуға ла беҙ быйылғы йылда ла уларҙы ихлас көтөп ҡалабыҙ, тине үҙенең сығышында Илдар Сәлихйән улы.

Ҡоролтай ултырышының икенсе өлөшөндә Илдар Сәлихйән улы Баймаҡ районының арҙаҡлы улы Ришат Вәкил улы Ишембәтовты 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Ошоноң менән Ҡоролтай үҙ эшен тамамланы.