Ошо көндәрҙә күренекле ғалим, әҙәбиәт белгесе Илдус Ҡасим улы Бүләковҡа 85 йәш тулыр ине.
Илдус Ҡасим улы 1940 йылдың 29 июнендә Учалы районы Учалы ауылында донъяға килә. Кескәй саҡтан йыр-моңға, сәхнәгә ғашиҡ булып үҫә. Шуға ла урта мәктәп тамамлағас уны ауыл клубына мөдир итеп ҡуялар. Бында бер йыл эшләгәс, ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының (ул ваҡытта культура-ағартыу училищеһы) театр бүлегенә уҡырға инә. Училищены тамамлаған егетте Мәсетле районына халыҡ театры ойошторорға ебәрәләр. Ҙур өмөт-хыялдар менән килгән йәш белгескә Стәрлетамаҡ хәрби комиссариатынан саҡырыу килә. Илдус Ҡасим улы ир-егеттең изге бурысын үтәргә ил һағына баҫа. Тәүҙә Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһындағы бер йыллыҡ хәрби мәктәптә уҡый. Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә тамамлаған егеткә хеҙмәтен артабан дауам итергә өс урын тәҡдим итәләр: Мәскәү, Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) һәм Германия Демократик республикаһы. Армиянан һуң мотлаҡ юғары белем алырға тигән маҡсаты булған йәш кеше Ленинградты һайлай. Бында ул хәрби академияның ярҙамсы полкына эләгә һәм радиостанция начальнигы итеп билдәләнә.
1970 йылда Башҡорт Дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡый; “Башҡорт драматургияһының барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1973-1993 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, ғилми сәркәтип вазифаларын башҡара, республика Яҙыусылар союзындағы әҙәби тәнҡит, драматургия секцияларының ағзаһы була.
Махсус саҡырыу буйынса 1993 йылда Бүләковтар ғаиләһе Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалына уҡытырға килә. Яңы ерҙә лә һынатмай ғалим, ең һыҙғанып эшкә тотона. Йөктө тартҡан атҡа күп тейәйҙәр тигәндәй, Илдус Ҡасим улына 1996 йылда филиалдың деканы вазифаһын йөкмәтәләр. Юғары уҡыу йорттарында, ғәҙәттә, һәр факультеттың үҙ деканы була, ә бында иһә - тотош филиалға бер декан. Филиал институт статусы алып, факультеттар күбәйгәс, педагогика факультеты менән етәкселек итә. Үҙенә йөкмәтелгән эште һәр саҡ намыҫ менән башҡарған ир-уҙаман был эште лә бар күңелен һалып, ихлас йөрәктән үтәй.
Илдус Бүләков - йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән “XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте” (II томда), “М. Ғафури әҫәрҙәре” (IV томда), “Башҡорт драматургияһы” антологияһының (II китапта), “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (VI томда), “Башҡорт театры менән драматургияһы тарихынан” тигән йыйынтыҡ һәм башҡа бик күп китаптар баҫтырып сығара.
Әүҙем фәнни-педагогик эшмәкәрлеге өсөн И.Ҡ. Бүләков “Хеҙмәт ветераны” миҙалы һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградлана.
Сибай институты коллективы, факультеттың сығарылыш студенттары ғалимды оло хөрмәт, йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
Яңы уҡыу йылында ул нигеҙ һалған факультетта Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинетын асыу планлаштырыла.
