❗Быйылғы йыл Рәсәй президенты тарафынан Ватанды яҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү йылы, ә Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Әлбиттә, илдә барған хәлдәр һәр кемебеҙҙе борсой, уйландыра, ҡайғырта. Махсус хәрби операцияла яҡындарыбыҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуялар.

✅Башҡорттар һәр ваҡыт яугир халыҡ булып танылған, үҙенең батырлығы менән дан алған. Атай-олатайҙарыбыҙ Рәсәй сиктәрен һаклағандар, француз яуында Париждың үҙенә үк барып еткәндәр, Бөйөк Ватан һуғышында Берлин урамдарын тапағандар. “Урал”, “Эскадрон”, “Ҡаһым түрә”, “Любизар”,” Шайморатов генерал”, “Ел, ерәнем”, һәм башҡа йырҙар – был шанлы-данлы ваҡиғаларҙың моңло тарихы.

✍Ватанына дошман янағанда ысын ижадсы ситтә тороп ҡала алмай. Шағир булһынмы ул, композитормы, йырсымы... Ил яҙмышы һәр кемебеҙҙе борсой. Үҙешмәкәр композитор Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың Миләүшә Ҡыҙрасова һүҙҙәренә "Дан булып ҡайтығыҙ", Фирүзә Абдуллинаның "Ҡайтығыҙ" шиғырына яҙылған йырҙары бөгөн республикабыҙҙа киң популярлыҡ яулай. Йәлил Төхфәт улының ошо һәм башҡа йырҙары күптән түгел Сибай институтында ойошторолған "Бер ултырыу-үҙе бер ғүмер" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәлә яңғыраны. Унда Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Мотал Рәмов, Таңһылыу Вәлиева шиғырына яҙған йырҙары яңғыраны.

🎤Ижад кисәһен Рәмил Туйсин, Рауил Харрасов, Ғаяз Ғәйетбаев, Хәким Ғәйетбаев, Баязит Байназаров, Зәриә Рысмөхөмәтова, Азат Исҡужин һәм "моң академия"һының уҡыусылары - "Йәншишмә"ләр биҙәне.
#80дней_доПобеды #БөйөкЕңеү #80лет