Сибай институты Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" тапшырыуы менән даими хеҙмәттәшлек итә. Ошо көндәрҙә уҡыу йортоноң вокал студияһы етәксеһе Айнур Рәшит улы Туҡтаев үҙенең һәләтле уҡыусылары менән тапшырыуҙа ҡатнашты. Тиҙҙән институттың педагогика факультетын тамамлаясаҡ студентыбыҙ Исхакова Гөлкәй һәм ошо уҡ факультеттың 3 курс студенты Арыҫланова Ильвина күңелле студент йылдары, вокал студияһы, шулай уҡ ижади уңыштары хаҡында һөйләнеләр, ә инде Айнур Рәшит улы уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙары хаҡында әйтте һәм алдағы ваҡытҡа билдәләнгән ижади пландары менән уртаҡлашты.
