12 февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуған көнө.

 

Тыуған ер һәм һөйгән йәр
Минең илһамым шишмәһе
Тыуған еремдә,
Минең илһамым шишмәһе
Һөйгән йәремдә.
Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ -
Телһеҙ, мин етем.
Тыуған ерем, һөйгән йәрем,
Тик һеҙ - бәхетем.
Ауыр саҡта - йөрәгемдә
Ер көсөн тоям,
Йә йәремдең күкрәгенә
Башымды ҡуям, -
Мөхәббәтем һәм нәфрәтем
Һаҡланып ҡала,
Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар
Тапалып ҡала.
Эшләргә лә, йәшәргә лә
Хаҡым бар минең -
Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй
Халҡым бар минең!