Сибай институты студенты Зарина Исламованы бөгөн белмәгән кеше юҡтыр. Ике тапҡыр донъя чемпионы титулына лайыҡ булған Зарина сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Бәләкәйҙән бик шуҡ, теремек, тиктормаҫ булып үҫә. Бер үк мәлдә музыка мәктәбенә лә йөрөргә, ҡаланың "Ҡара аждаһа" клубында ла шөғөлләнергә өлгөрә.

Бөгөн Зарина Рәсәй беренселегенә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә ул Сибай институтында булып, быйылғы курстың бөтә һынауҙарын уңышлы тапшырҙы. Тырыш ҡыҙыҡай тиҙҙән уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом аласаҡ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡорттар" программаһы Зарина тураһында тапшырыу әҙерләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 31ғинуар 13.30 минутта эфирға сығасаҡ. Рәхим итеп ҡарағыҙ!