Сибай институты  коллективы исеменән һеҙҙе  иҫтәлекле юбилейығыҙ - ”Аҡбуҙат” журналы барлыҡҡа килеүҙең 35 йыллығы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

      35 йыл - бала саҡ иле өсөн тотош бер быуат. Ошо йылдар эсендә ”Аҡбуҙат”  үҙен  донъялағы иң изге һәм иң мөһим эшкә- тылсымлы һүҙҙәр донъяһы, белем, изгелек һәм  матурлыҡ иленә  саҡырыусы  йәш быуынды тәрбиәләүгә  бағышланы. Улар өсөн  һеҙҙең журнал  матбуғат баҫмаһы ғына түгел,  ә ысын дуҫ,  аҡыллы кәңәшсе һәм меңдәрсә сабыйҙы  ғәжәйеп донъяға алып сыгыусы остаз да.

      Беҙҙең коллективтарҙы  дөйөм маҡсаттарға һәм дөйөм ҡиммәттәргә нигеҙләнгән күптәнге һәм  емешле хеҙмәттәшлек бәйләй. Беҙ ҙә һеҙҙең һымаҡ бер йүнәлештә - балалар өсөн һәм балалар файҙаһына эшләйбеҙ. Сибай институты  ата-әсәләрҙән һуң сабыйҙарҙы ҙур донъяға сығарыусы  балалар баҡсалары тәрбиәселәрен әҙерләй. Һәм был эштә  һеҙҙең журнал   тотош бер  тылсымлы әсбап, яңы идеялар, заманса методик күрһәтмәләрҙе туплаусы ҡиммәтле   хазина.

      Һеҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә беҙҙең ышаныслы партнер. Һеҙҙең яҙмалар, ойошторған конкурстарығыҙ, проекттар беҙҙе  һәр саҡ дәртләндерә һәм изге, юғары профессиональ ижади мөхит булдырыуға булышлыҡ итә.

     ”Аҡбуҙат” журналына  алдағы йылдарҙа ла емешле хеҙмәт, ижади үрҙәр һәм уны яратып, көтөп алыусы уҡыусыларҙың күп булыуын теләйбеҙ. Сабыйҙарға булған оло һөйөү, аҡыл шишмәһе бер ҡасан да тынмаһын, туҡтамаһын!

     Редакция коллективына  ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр, асыштар теләйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлек киләсәктә лә  дауам итһен, нығынһын һәм  мәғариф өлкәһендә яңынан-яңы  уныштар килтерһен!

  Юбилейғыҙ менән, дуҫтар!

  Оло ихтирам менән Сибай институты директоры, педагогика фәндәре кандидаты, доцент  Илдар Сәлихйән улы Хәмитов