Биология фәндәре докторы, академик, үҙешмәкәр композитор, йыраусы Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡорттар" тапшырыуында ҡатнашты. Һүҙ институттың үҫеше, уның фәнни ҡаҙаныштары, бөгөнгө торошо, киләсәктәге үҫеше, шулай уҡ Йәлил Төхвәт улының ижади эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.
Тапшырыу алдағы көндәрҙә эфирға сығасаҡ. Авторы- Гөлнур Ишбулатова.
Ҡыҫҡаса белешмә: "Башҡорттар" тапшырыуы республикала һәм тарихи Башҡортостан биләмәләрендә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың мәҙәниәтен яҡтырта, уларҙың көнитмешен, рухиәтен сағылдыра.

Передача "Башҡорттар" освещает культуру башкир, проживающих в республике и за ее пределами, т. е. на территории исторического Башкортостана. Отражает быт и дух башкирского народа.