Әсәйҙәр көнө алдынан Сибай институты студенттары "Әсәйҙәр-ерҙә ҡояш йылыһы" тип исемләнгән концерт программаһы менән Ейәнсура һәм Йылайыр районы мәҙәниәт йорттарында сығыш яһаны. Уҡыу йортоноң һәләтле студенттары Линара Камалетдинова, Юлиә Байтурина, Гөлкәй Исхаҡова, Ризван Хайсаров, Розалия Тулыбаева, Юлдаш Баязитов, Мораҙым Шахморатов, Илфат Аблаев, шулай уҡ Айнур Туҡтаев етәкселегендәге вокал студияhында шөғөлләнеүселәр, "Ете ырыу" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Регина Шәhивәлиева, Алина Йосопова "Арымай" КВН командаһы менән берлектә бик матур концерт программаһы тәҡдим итеп, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Тамашаға махсус хәрби операцияла булыусы яугир егеттәрҙең әсәләре лә саҡырылған ине.
Концертты юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн ижади төркөм етәксеһе, "Башҡорт йыры-2023" телевизион фестивалендә I дәрәжә Лауреат исеменә лайыҡ булған Айнур Туҡтаевҡа Йылайыр районының мәҙәниәт бүлеге Рәхмәт хаты тапшырҙы.