Сибай ҡалаһында үткән «Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш» ғилми-ғәмәли конференцияһы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторолоуҙың 30 йыллығына арналды.
 
Бик күп студенттарға юғары белем биргән Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҙған был сарала баш ҡалабыҙҙан - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәсих Хәмитов һәм уның урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Башҡорт ырыуҙары советы Президиумы рәйесе Вилмир Аҙнаев, тарих фәндәре кандидаты, ғалим Нурислам Ҡалмантаев һәм Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан, Сибай, Межгорье ҡалаларынан ҡоролтай рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты.
 
Сарала сығыш яһаусылар һәр ваҡыт төп мәсьәлә булып торған - туған телебеҙҙе һаҡлау, шулай уҡ Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен белеү, уны йәш быуынға өйрәтеү кәрәклеген алға ҡуйҙы