Сибай ҡалаһында «Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш» темаһына арналған ғилми-ғәмәли конференция булып үтте. Ул Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторолоуҙың 30 йыллығына арналды. Көн тәртибе буйынса сара урта махсус белем биреү йорттарындағы секция эшенән башланды.
Сибай институтындағы секция ултырышы "Тарих, фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары" тигән темаға арналды. Уның эшендә Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Ханты-Манси автоном округы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рәүдәт Абдулхай улы Ҡолмәнбәтов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, яҙыусы-сатирик Марсель Шәйнур улы Сәлимовтар сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, крайҙы өйрәнеүсе Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина, Миңнур Шәриф ҡыҙы Шәһиева, Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Буранбай Илбаковтар ҡатнашты.