Әбйәлил районының Мәҙәниәт йортонда урындағы "Беренселәр хәрәкәте" һәм мәғариф бүлеге тарафынан ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн "Профэкспедиция" проекты сиктәрендә мауыҡтырғыс сара уҙҙы. Урта мәктәпте тамамлаусылар республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарынан килгән белгестәр, уҡытыусылар менән аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Сибай институтынан психология фәндәре кандилаты, доцент Зенфира Кинйәбулат ҡыҙы Дәүләтбаева, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Дияз Урал улы Ишназаров һәм ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Рафиҡ Рәжәп улы Байғотлиндар сығыш яһаны, тыңлаусыларҙы Сибай институты менән таныштырҙы, уҡыу йортоноң матди-техник базаһы, йәшәү шарттары, ҡабул итеү талаптары хаҡында һөйләне.
Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге начальнигы Айгөл Байрамғолова берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һөҙөмтәләр һәм яңылыҡтар менән таныштырҙы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе, шулай уҡ имтихандарға ентекле әҙерләнергә саҡырҙы.