Сибай институтында студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн төрлө алымдар ҡулланыла. Был юлы Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Әңгәмәнең башында милли биҙәүестәр, уларҙың әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барылһа, икенсе өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләне. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йәштәрҙе кәсепселеккә, боронғолоҡҡа ҡыҙыҡһындырыу бай тарихлы Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй рухи мираҫын һаҡлауҙа мөһим аҙым булып тора.
#Оҫталыҡдәрестәре#Сибайинституты#Сибайскийинститут #НациональныйлитературныймузейРБ #литератураБашкортостана #годЗащитникаОтечества #писателифронтовики