Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Президиум ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманованы һәм мөхәррир урынбаҫары Регина Рәдис ҡыҙы Камалованы ҡабул итте.
 
Ике яҡлы һөйләшеүҙә "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылыу, баҫмаға хеҙмәткәрҙәр тураһында мәҡәләләр әҙерләү, шулай уҡ журнал биттәрендә студенттарҙың ижади эштәрен баҫтырыу хаҡында һүҙ алып барылды .
 
Артабан башҡала ҡунаҡтары Сибай институты  менән яҡындан танышты, технология факультетында булды һәм махсус хәрби операцияға арналған интерактив музейҙы ҡараны.