Башҡалабыҙ Өфөлә «Байыҡ-2025» телевизион конкурсының икенсе туры үтте. Был юлы Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалының) «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров сәхнәләштергән «Зарифа» бейеүен жюри ҡарамағына сығарҙы. Бейеүселәрҙең тырышлығы бушҡа китмәне, билдәле режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова, Сәлимә Усманова, бейеүселәр Миләушә Хәйбуллина, Радик Бакировтарҙан торған абруйлы жюри студенттарҙың сығыштары өсөн 100 балл ҡуйҙы һәм ансамбль Гала концертҡа үтте! Ҡотлайбыҙ!!!

Народный ансамбль народного танца «Ете ырыу» прошёл на Гала концерт телевизионного конкурса «Байык-2025» среди исполнителей башкирских танцев. Поздравляем!!!