Сибай институтында студенттарҙың шағирә, журналист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар, журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева менән йылы осрашыуы үтте. Студенттар шиғыр һөйләне, йыр йырланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Осрашыу иҫ китмәле йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Азаҡ башҡала ҡунағы Сибай институтында урынлашҡан музейҙарҙа булды.
