Башҡортостан Яҙыусылар союзының съезында шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, милли ойошманың мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллинаға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Милләттәшебеҙҙе, хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, уға әҙәбиәтебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эшендә артабан да ҙур уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә лә әҫәрҙәрегеҙ менән һөйөндөрөп тороғоҙ, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, Лариса Хашим ҡыҙы!м