Сибай институты коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы студенттар менән даими бәйләнештә. Ошо көндәрҙә беҙҙең уҡыу йортонда технология факультетының I курс студенты Айҙар Әхмәҙулла улы Усманов булып китте.Ул бер нисә көнгә  ваҡытлыса ялға ҡайтҡан.
Айҙар Әхмәҙулла улы махсус хәрби операция башланыуҙың беренсе көндәренән үк тыуған илде һаҡларға китә. Бөгөнгө көндә ул 6 танк дивизияһының 428 мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Осрашыу ваҡытында Айҙар Әхмәҙулла улы әлеге мәлдә Донецк йүнәлешендә булыуы, фронттағы дуҫлыҡ, берҙәмлектең шул тиклем көслө булыуы хаҡында һөйләне, шулай уҡ тылдағы халыҡтың ихлас ярҙам итеүе, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек менән даими тәьмин итеүе, ә инде балаларҙың үҙҙәренең йылы хаттары, һүрәттәре менән дәртләндереп тороуҙары хаҡында әйтте. Белеүебеҙсә, Айҙар Әхмәҙулла улы яуҙағы батырлыҡтары өсөн “Генерал Шайморатов” ордены, “II дәрәжәләге Батырлыҡ“ һәм "Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән.
Айҙар Усманов ил һаҡлаусы ҡаһармандар затынан. Ҡасандыр уның ҡартатаһы Хөсәйен Мәхмүт улы Усмановҡа ла хәрби хеҙмәтен Украинаның Дрогобыч ҡалаһында үтергә тура килә. Артабан ул 1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында 7 уҡсылар дивизияһының 300 полкында хеҙмәтен дауам итә һәм яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Осрашыу Сибай институтының махсус хәрби операцияға арналған интерактив музейында үтте. Айҙар Әхмәҙулла улы беҙҙең төбәк яугирҙәренең махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары хаҡындағы мәғлүмәт менән танышты, яу яланын килтерелгән экспонаттарҙы ҡараны.
Айҙар Әхмәҙулла улын уҡыу йортоноң тәрбиәүи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айрат Булат улы Зөлҡәрнәев һәм технология факультетының технология теорияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гүзәл Хөсәйен ҡыҙы Вәлиева оҙатып йөрөнө. Айҙар Хөсәйен улының, шулай уҡ башҡа студенттарыбыҙҙың, ғөмүмән, яуҙағы бөтә һалдаттарҙың имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.