✍Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүриндың «Татлыбайҙан башланған юл» исемле китабына авторҙың тормош юлына, уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бәйле хәтирәләре, иҫтәлектәре тупланған. Китапта Баймаҡ районының бәләкәй генә ауылынан сыҡҡан ябай ауыл малайының рухи үҫеш юлы, һынауҙар аша сынығып, халҡына хеҙмәт итерҙәй, ил хәстәрен иңләрҙәй ир-уҙаман булып өлгөрөүе, ауылының бәләкәй генә сәхнәһенән алып сит ил сәхнәләрендә сығыш яһауға өлгәшеү юлы һүрәтләнә.
✅С.И. Йәнтүрин хеҙмәтендә үҙенең тормош юлына бәйле ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда, яҡындарының, туғандарының, ауылдаштарының, ошо төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең яҙмыштарына ла туҡтала. Уларҙың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге тураһында яҙғанда, автор үҙенең объектив баһаһын да бирә.
👏Авторҙың тормош юлына бәйле хәл-ваҡиғалар аша шул йылдарҙа илдә, республикала барған тарихи ваҡиғалар тураһында фекер йөрөтөргә, айырым шәхестәр яҙмышы аша ил яҙмышын күҙәтергә була. 1990 йылдарҙа бер төркөм әүҙем йәштәрҙең, интеллигенция вәкилдәренең, “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһының республикаға суверенитет яулауҙа ҡатнашыуы тураһында хәтирәләр ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
📕 Айырыуса билдәле тарихи осорҙа сәйәси золом ҡорбандары булған шәхестәрҙең исемдәрен аҡлау буйынса тупланған материалдар тетрәндергес. Был йәһәттән китап хәҙерге заманда айырым шәхестәрҙең тормош юлы миҫалында тарихи факттарҙы өйрәнеү, тарихи ысынбарлыҡты йәш быуынға бар дөрөҫлөгөндә еткереү мөмкинлеген бирә һәм ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Рецензент Г.Х. Сәмерханова, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) доценты