Баймаҡ районының Татлыбай ауылында биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүриндың "Татлыбайҙан башланған юл" исемле китабының исем туйы үтте. Унда ғалимдың китапҡа ингән геройҙары, ауылдаштары, мәғариф ветерандары, туғандары, мәктәп балалары ҡатнашты. Автор китаптың яҙылыуы, мәҡәләләрҙе, фотоһүрәттәрҙе туплауы  хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
 Был Татлыбай ауылы тураһында икенсе китап, тәүгеһен уның хеҙмәт ветераны Сәләх Нәбиуллин яҙа. Осрашыуҙа Сәләх ағай үҙе лә ҡатнашты һәм "Татлыбай" исемле китабының яңыртылған вариантын тәҡдим итте. Сығыш яһаусылар Сәфәрғәле Искәндәр улын әле күптән түгел булған  күркәм юбилейы һәм китабының исем туйы менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе, китаптың икенсе бүлеген дә яҙыуҙарын һораны.
Осрашыу йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа үтте. Музыкаль яҡтан уны мәктәп уҡыусылары, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле һәм Дилбәр менән хәлил Биктимировтар биҙәне. Татлыбай ауылы мәҙәниәт йорто директоры Ләйсән Әхмәҙуллина уны бик оҫта итеп алып барҙы.