Бөгөнгө көндә Сибай институтында педагогика факультетының беренсе деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты булдырыу эше бара. Үткән аҙнала уҡыу йортонда Илдус Ҡасим улының ҡатыны Ғәҙилә Мөдәрис ҡыҙы Бүләкова булды һәм эштең барышы менән ҡыҙыҡһынды. Башҡорт, рус һәм сит ил телдәре кафедраһы уҡытыусылары кабинеттың торошо, стендттарҙы, китаптары урынлаштырыу буйынса үҙҙәренең фекерҙәрен әйтте. Башҡала ҡунағын филология фәндәре кандидаты, доцент Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласынова оҙатып йөрөнө.