Сибай институтында билдәле  скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты  Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповҡа музей асыу Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы, шулай уҡ Сибай  институты ойошторолоуҙың 35 йыллығына арналған киң масштаблы мәҙәни саралар сиктәрендә үтте.
✅Саҡырылған ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов һәм милли кейем кейгән студенттар Хәйҙәр Хәлидәр улы эшләгән бюстар алдында ҡаршы алды. Студенттар үҙ сығыштарында бюстың ҡасан эшләнеүе һәм кемгә бағышланыуы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе, аҙаҡ ҡунаҡтар унда тере сәскәләр һалды.
❗Музей асыуға арналған тантананы асып, Илдар Сәлихйән улы былай тине: "Хәйҙәр Хәлиҙәр улы Ғарипов ғәжәп бай фантазиялы, ижади илһам менән янып йәшәгән талантлы скульптор булды. Уның йөрәге аша үткәреп оҫта ҡулдары менән һынландырылған бик күп һәйкәлдәре, бюстары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә урынлаштырылған. Беҙҙең институт алдында булдырылған “Арҙаҡлы шәхестәр аллеяһы”нда урынлаштырылған 6 бюстың бишәүһенең авторы – Хәйҙәр Ғарипов. Уның ижадына иғтибар итһәк, шул айырым иғтибарға лайыҡ: ул башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәрен данлай, тарихты ихтирам итә һәм киләсәк өсөн эшләргә тырыша. Беҙҙең был фекерҙе ҡала скверына ҡуйылған Салауат Юлаев бюсы ла дәлилләй. Әйткәндәй, был сквер ҙа Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Хәйҙәр Хәлиҙәр улының тормошҡа ашырылмай ҡалған бер хыялы – Урал батырға һәйкәл ҡуйыу уйы – уның ни тиклем  илһөйәр булыуын  күрһәтә".
❗Артабан Милли Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Рәсим Раил улы Солтангәрәев, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөдәрис ҡыҙы Бүләкова, Учалы районы район Советы секретаре Зариф Гадинан улы Ғарипов һәм Хәйҙәр Хәлидәр улының тормош иптәше, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Тансулпан  Хизбулла ҡыҙы Ғарипова  сығыш яһаны.
❗Сараны Сибай сәнғәт колледжының ҡурай уҡытыусыһы Нурғәле Кәйекбирҙин, Сибай филармонияһы артистары Фаил Йортбәков, Йәғәфәр Нәҙершин һәм сәнғәт колледжының "Етегән" бейеү ансамбле биҙәне. Артабан ҡунаҡтар ал таҫманы киҫеп, музейҙың үҙенә үтте һәм унда ҡуйылған экспонаттарҙы ҡараны.