Сибай институты коллективы Һеҙҙе Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 35 йыл, университетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән тәбрик итә һәм иң изге теләктәрен ебәрә.
Башҡортостанда журналистика кафедраһының асылыуы ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки беҙҙең республикала гәзит-журналдар сығарыу, уны халыҡҡа еткереү эше Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда юғары ҡуйылған. Беҙҙең халыҡ матбуғатты ярата, уҡый, радио-телевидение яңылыҡтары менән даими ҡыҙыҡһынып бара.
Элек-электән хәбәрсе, журналист һөнәре абруйлы һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булды һәм был бөгөн дә шулай килеш ҡала. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бөгөнгө көндә республика журналистарының төп өлөшө Һеҙ етәкләгән журналистика кафедраһының сығарылыш студенттары. Уларҙың һәр береһе юғары урындарҙа эшләй, үҙҙәренең һөнәренә тоғро ҡалып, республикабыҙҙың абруйын күтәрә, данын арттыра.
Хөрмәтле Гөлфирә Риф ҡыҙы! Һеҙҙе журналистика кафедраһының күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ , киләсәктә лә был һөнәргә тырыш, әүҙем, үҙ һөнәрен яратҡан студенттар килеүен теләйбеҙ һәм улар милли журналистиканы тағы ла юғарыға күтәрер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
ҡотлау һәм оло ихтирам менән Сибай институты директоры И.С.Хәмитов
