Сибай институтының Баймаҡ телевидениеһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге дауам итә. Был көндәрҙә институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов Баймаҡ ТВ ойошторған көнүҙәк әңгәмәлә ҡатнашты.
Һүҙ Сибай институтының үткән йылдағы ҡаҙаныштары, быйылғы йылға пландары, шулай уҡ ҡабул итеү, уҡыу-уҡытыу системаһындағы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Тапшырыу эфирға алдағы көндәрҙә сығасаҡ.