Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисов менән осрашты. Ике яҡлы һөйләшеүҙә һүҙ Сибай институтының эшмәкәрлеге, уның Урал аръяғы райондары, Башҡортостан Республикаһы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүе, төбәк өсөн белем, фән һәм мәҙәни үҙәк булыуы тураһында барҙы. Институтта белем алыусы студенттарҙың күбеһе сығышы менән Баймаҡ районынан, уҡыу, йәшәү йәһәтенән улар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Бөгөнгө көндә студенттарға белем биргән бик күп ғалимдар, фән докторҙары ла Баймаҡ районынан сыҡҡан.
Осрашыу һуңында Илдар Сәлихйән улы хакимиәт башлығына Сибай институтының тәүге директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арналған китапты бүләк итте
