Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған "ЙырАлыш" уйыны булып үтте. Был сараны педагогика факультетының "Дарман" ғилми түңәрәге үткәрҙе. Уйын 3 этаптан торҙо. Беренсе этапта һәр команда үҙе менән йыр йырлап таныштырҙы. Икенсе һәм өсөнсө этаптарҙа ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән көй өҙөктәре буйынса йырҙың исемен һәм башҡарыусыһын атарға тейештәр ине. Был һынауҙа командалар башҡорт халыҡ йырҙарын, билдәле йырсылар башҡарыуында ретро йырҙарҙы, рок, рэп һәм заманса йүнәлешенедәге башҡорт йырҙарын танырға тейештәр ине. Бөтә этаптарҙа ла командалар һынатманы. "ЙырАлыш" бик ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡ үтте. Сәмле йырлы-моңло алышты жюри ағзалары Сырлыбаева Әлфиә Миниәхмәт ҡыҙы һәм Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙы баһаланы. "ЙырАлыш"та уҡыу йортоноң төрлө факультеттарынан 4 команда ҡатнашты һәм урындар түбәндәгесә билдәләнде:
3 урын - иҡдисад һәм хоҡуҡ факультетының "Йылмай" командаһы;
2 урын - педагогика факультетының "Самрау" командаһы;
1 урын - педагогика факультетының "Башҡортостан ҡыҙҙары" командаһы;
Гран-при - технология факультетының "Уфтанма" командаһы.
Командаларҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Саранан һәр кем башҡорт моңдарын, башҡорт йырҙарын тыңлап, дәртләнеп, рухланып, ял итеп таралышты.
Башҡорт теле көнө менән!
12 декабря в Сибайском институте прошло музыкальное мероприятие "ЙырАлыш", посвященное Дню башкирского языка. Мероприятие было организовано членами научного кружка "Дарман" педагогического факультета.
"ЙырАлыш" - музыкальная игра, направленная на популяризацию башкирского языка и культуры. В ходе музыкального состязания прозвучали башкирские народные песни, ретро-песни известных исполнителей, а также современные башкирские песни в разных направлениях. Все участники игры показали хорошие знания башкирских песен и исполнителей, с удовольствием исполняли любимые композиции и зарядились хорошим настроением! В игре приняли участие 4 команды. По итогам игры, определились следующие места:
3 место - команда " Йылмай" факультета экономики и права;
2 место - команда "Самрау" педагогического факультета;
1 место - команда "Башҡортостан ҡыҙҙары" педагогического факультета;
Гран-при - команда "Уфтанма" технологического факультета.
Поздравляем команды и желаем дальнейших успехов! С днем башкирского языка всех!