Башҡалабыҙ Өфөлә Бөтә Донъя башҡорттарының VI Ҡоролтайы булып үтте. Уның эшендә Сибай ҡалаһы делегацияһы менән берлектә Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов та ҡатнашты.Ҡоролтай делегаттары һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә башҡорт халҡының үҫеш преспективаһын билдәләне.
