Сибай институты етәкселеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы студенттар менән даими бәйләнеште һис кенә лә өҙгәне юҡ. Ошо көндәрҙә технология факультеты студенттары махсус хәрби операциянан ҡыҫҡаса ялға ҡайтҡан I курс студенты Айҙар Әхмәҙулла улы Усманов менән оcрашты.
Айҙар Әхмәҙулла улы 2022 йылдың 26 сентябрендә хәрби операция башланыу менән мобилизацияға эләгә һәм бөгөнгө көнгә тиклем биргән антына тоғро ҡала. Осрашыу мәлендә Айҙар Әхмәҙулла улы үҙенең штурмовиктар часенә эләгеүе, фронттағы дуҫлыҡ, берҙәмлектең ни тиклем көслө булыуы хаҡында һөйләне, шулай уҡ тылдағы халыҡтың ихлас ярҙам итеүе, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек менән даими тәьмин итеүе, ә инде балаларҙың үҙҙәренең хисле хаттары, һүрәттәре менән дәртләндереп тороуҙары хаҡында әйтте. Ватанына булған тоғролоғо, батырлығы өсөн Айҙар Әхмәҙулла улы “Шайморатов”, “II дәрәжәләге Батырлыҡ“ һәм "Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн" миҙалдары менән наградлана.
🥇Айҙар Усманов ил һаҡлаусы ҡаһармандар затынан. Ҡасандыр уның ҡартатаһы Хөсәйен Мәхмүт улы Усмановҡа ла хәрби хеҙмәтен Украинаның Дрогобыч ҡалаһында үтергә тура килә. Артабан ул 1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында 7 уҡсылар дивизияһының 300 полкында хеҙмәтен дауам итә һәм яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Осрашыуҙан һуң институт ҡунағы әле күптән түгел ойошторолған интерактив музейҙа булды һәм беҙҙең төбәк яугирҙәренең махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары хаҡындағы мәғлүмәт менән танышты, экспонаттарҙы ҡараны.
Айҙар Әхмәҙулла улын факультеттың технология теорияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гүзәл Хөсәйен ҡыҙы Вәлиева оҙатып йөрөнө. Айҙар Хөсәйен улының, башҡа студенттарыбыҙҙың, ғөмүмән, яуҙағы бөтә һалдаттарҙың имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
RS. Кисә Сибай институты директорының тәрбиәүи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айрат Булат улы Зөлкәрнәйев гуманитар ярҙам менән Донецк өлкәһенә юлланды.