Сибай институтында ғалим, шағир, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл булып үтте. Уның эшендә Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан делегациялар ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы уҡыу йорто директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов сәләмләне. "Республика кимәлендә Хәбибулла Ғәбитовтың кемлеген күптәр аныҡ ҡына белмәгән осорҙа уҡ Сибай институты ғалимдары Илдус Ҡасим улы Бүләков һәм Әмир Мисбах улы Ҡотлоәхмәтов уның исемен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн күп көс һалды. Әлеге мәлдә Хәбибулла Ғәбитов тормошондағы аҡ таптарҙы асыҡлау эше менән тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов шөғөлләнә.Сәйәси золом ҡорбаны булған X. Ғәбитов исеме онотолоуға дусар ителә. Уны 1959 йылда тик шәхес булараҡ ҡына аҡлайҙар, әҙип булараҡ әҫәрҙәре һаман да тыйылған килеш ҡала килә. Әммә, халыҡ күңеле үҙ улдарын бер ҡасан да онотмай: бер нисә йыл элек шағирҙың тыуған ауылында асылған таҡтаташ, байтаҡ йылдар эшләп килгән Хәбибулла Ғәбитов музейы – быға асыҡ дәлил.
✍Бөгөнгө түңәрәк өҫтәл - беҙҙең Сибай институтында ла ошондай киң масштабта Хәбибулла Ғәбитовҡа арнап үткәрелгән икенсе сара. Уға бағышланған тәүге конференция 2021 йылдың декабрендә ойошторолдо. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Сибай ғалимдарынан тыш, Ҡырғыҙыстандан, Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, атап әйткәндә: Мәскәүҙән, Казандан, Екатеринбургтан, Барнаулдан, Ырымбурҙан ҡатнашыусылар булды. Шулай уҡ ғалимдың туғандары, ауылдаштары ла ҡатнашты,"- тине үҙенең сығышы аҙағында Илдар Сәлихйән улы.
✅Түңәрәк өҫтәл эшендә күп кенә ғалимдар онлайн форматта сығыш яһаны.Уларҙың сығыштары аша Хәбибулла Ғәбитовтың башҡорт халҡы өсөн генә түгел, тотош Башҡортостан өсөн ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында билдәле булды. Түңәрәк өҫтәл һуңында Хәбибулла Ғәбитовтың ижад һәм тормош юлы тураһында эҙләнеүҙәр артабан да алып барылыр, "Хәбибулла Ғәбитов уҡыуҙары" үтер, уға арнап бюст ҡуйылыр, исеме артабан да мәңгеләштерелер тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Ошоноң менән түңәрәк өҫтәл үҙ эшен тамамланы.