Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Рамаҙан Өмөтбаев, Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов Сибай институты китапханаһына сираттағы китабын бүләк итте. Ул ТҮҢГӘҮЕРҘӘР ТӨЙӘГЕ ЯҢҒАҘЫ тип атала.
Тарихи-документаль һәм әҙәби-публицистик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән йыйынтыҡ Исҡужина Хазина Зияитдин ҡыҙы менән берлектә сығарыла. Китапта ялан түңгәүерҙәре сиктәрендә урынлашҡан Яңғаҙы ауылының үткәне, бөгөнгөһөнә байҡау яһала, ғаиләләр тарихы, һәр араҙың шәжәрәләре бирелә.
Ҡулланма киң ҡатлам уҡыусылары, киләсәк быуын, тыуған төйәкте өйрәнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.