❗Хөрмәтле яҡташтар! 19 апрель «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы планлаштырыла. 

❗Сараны үткәреү программаһы: 

✅Талҡаҫ күлен таҙартыу;

✅эргә-тирәләге биләмәлә ылыҫлы ағастар ултыртыу;

✅Талҡаҫ күлен туҡландырыусы шишмәләрҙе таҙартыу һәм уларҙы кәртәләү. 

👏Үҙ ерен яратҡан һәм тәбиғәт тураһында хәстәрлек күргән һәр кемде акцияла ҡатнашырға саҡырам. Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡларға ярҙам итәсәк һәм уны таҙараҡ һәм матурыраҡ итәсәк. Балалар менән килегеҙ! Йыйылыу ваҡыты һәм урыны: сәғ. 11:00 , күлдең төньяҡ яры ( Түбә ауылына киткән юл). Белешмәләр өсөн телефон: 8 (937) 314 88 08. 

 

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров.